Торлаҡ йортта газ шартлауы үҙәгендә ҡалған газ хеҙмәткәре тәүге комментарийын биргән. Ғәҙәттән тыш хәл булғандан һуң урындағы дауаханаға оҙатылған авария хеҙмәте хеҙмәткәре хәлгә бер аҙ асыҡлыҡ индергән.
Дауаханала төшөрөлгән видеояҙмала күренеүенсә, ирҙең башы һәм ҡулдары бинт менән сорналған. "Шартлау нимә арҡаһында булғандыр - әйтә алмайым. Мин бындай хәлгә беренсе тапҡыр тарыным. Шартлағас, артабан барыһы ла минең менән түгел, ә төштәге кеүек булды. Бөтәһе лә зәңгәр-һары төҫтә күренде. Подъезға сыҡтым, башымды һүндерә башланым (күрәһең, сәсенә ут ҡапҡан - Ред.). Мин ҡурҡыуҙан бигерәк бер нәмә лә аңламаным. Хәҙер үҙемде уртаса тоям", - тип һөйләй ул.
Газ туғыҙ ҡатлы йорттоң икенсе ҡатында шартлаған. Газ хеҙмәткәрҙәре һәм йортта йәшәүселәр зыян күрә. 65 йәшлек ҡатын һәләк була, тағы алты кеше йәрәхәтләнә. Подъезд алдында коляскала ятҡан бер йәшлек баланы табиптар тикшергән, ул дауаханаға оҙатылмаған.
Подъездағы 11 фатирҙа төрлө емереклектәр теркәлгән, өсәүһендә стеналар зыян күргән. 80 кеше эвакуацияланған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Йортта йәшәүселәр менән осрашыу уҙғарылған. Торлаҡҡа техник тикшереү үткәрелә.
Фото, мәғлүмәт сығанағы: https://vk.com/mchsrb