Уҙған ял көндәрендә ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә ҡапыл йылғаларҙың кимәле күтәрелде, ташҡын юлдарҙы йыуҙы, һыу йорттарға үтте. Был көндәрҙә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының оператив штабы тәүлек әйләнәһенә эшләне.
Ведомствонан белдереүҙәренсә, Силәбе өлкәһендәге Йүрүҙән һәм Усть-Ҡатау һыу һаҡлағыстарын асыу арҡаһында Йүрүҙән йылғаһы кимәле күтәрелгән. Ике һыу һаҡлағысының да гидротехник ҡоролмалар эшенең норматив регламентына ярашлы, авария хәленә юл ҡуймау маҡсатында, һыу ағыҙыла. Һөҙөмтәлә Салауат районының Малаяҙ ауылындағы өс урамды һәм 11 йорт яны участкаһын һыу баҫҡан.
Малаяҙ ауылында халыҡты эвакуациялау өсөн өс автобус һәм ике ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән. Урында ҡотҡарыусылар дежур итә. Салауат, Дыуан, Нуриман, Ҡариҙел, Благовещен, Иглин, Өфө райондарында һәм Өфөлә һыу баҫыу ихтималлығы булған йылға үҙәне буйындағы тораҡ пункттарға юлланған оператив төркөмдәр даими күҙәтеү алып бара. Һыу баҫыу ихтималлығы булған тораҡ пункттар турһында муниципаль берәмектәргә еткерелгән. Йөҙөү саралары һәм инженер техникаһы әҙерләнгән. Йорт малын ҡыуыу урындары билдәләнгән.
Ял көндәрендә Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылында Кесе Әрмет йылғаһында һыу күтәрелеүе сәбәпле биш йорт ихатаһына һыу ингән. Салауат районының Башҡорт Илсекәйе ауылнда Һикеяҙ йылғаһы ташыуы арҡаһында ваҡытлыса күпер аша һыу сыҡҡан. Мөрсәлим, Первомайский, Тирмән, Свобода, Ҡарағол, Яңы Сүрәкәй ауылдарында хәрәкәт сикләнгән. Еңел транспорт һәм ашығыс хеҙмәттәр өсөн хәрәкәт төп күперҙә асыҡ.
Белорет районында ла ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә Инйәр йылғаһында һыу кимәленең күтәрелеп, Йөйәк – Ғәбдөк араһында автомобиль юлын һыу баҫҡан. Йөк машиналары ғына үтә алған. Берештамаҡ ҡасабаһында Инйәр йылғаһы ярынан сығып, дүрт йорт яны биләмәһе һыу аҫтында ҡалған. Шулай уҡ Александровка ауылында 17 йорт ихатаһын һыу баҫҡан.
Ташҡынға бәйле хәл Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы контролендә. Көтөлмәгән хәл килеп тыуһа, "112" телефонына шылтыратығыҙ.
Фото: Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығынан.