+24 °С
Дождь
Бөрйән районында хәүефле һауа торошо арҡаһында ике һыйыр һәләк булған. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, һәүкәштәрҙе йәшен һуғып үлтергән.
Ҡот осҡос хәл 4 июндә Ғәлиәкбәр ауылында теркәлгән. Көслө электр разрядынан хайуандар шунда уҡ йән биргән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо көндәрҙә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡурҡыныс тәбиғәт күренештәренең яҡынлашыуы хаҡында иҫкәрткәйне. Шуға күрә көслө ямғыр ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәгеҙ, айырыуса йәшен ваҡытында һаҡ булығыҙ.
Фото: КП-Өфө.