Даирә
+24 °С
Ямғыр
Происшествия
3 Июнь 2024, 03:58

М-5-тә ҡот осҡос авария

Бындай ҡаты бәрелеш ҡорбандарһыҙ үтмәне... Юл ябылды.    

М-5-тә ҡот осҡос аварияМ-5-тә ҡот осҡос авария
М-5-тә ҡот осҡос авария

Кисә кискә ҡарай М-5 трассаһында, Иглин районында ҡурҡыныс авария теркәлде. Юлдың 1537-се километрында “Лада Веста” менән Nissan X-Trail автомобилдәре бәрелешкән. Тәүге машинала 63 йәшлек ир ултырған һәм ниндәйҙер сәбәп менән сит ил автомобиленә төкөлгән.

Аварияның һөҙөмтәһе бик аяныслы: ике машинаның да водителе урында һәләк булған. Nissan X-Trail машинаһы пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Урында Дәүләт автоинспекцияһы һәм ҡотҡарыусылар эшләгән, улар авария сәбәптәрен асыҡлай. Шул уҡ ваҡытта, “Приуралье” федераль автомобиль юлдары идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, юл-транспорт ваҡиғаһы арҡаһында федераль әһәмиәттәге М-5 “Урал” автомобиль юлы участкаһында бөтә төр транспорт өсөн хәрәкәт ябылған. Оло Тәләк – Урман ауылдары аша урау юл ойошторолған. Юлды асыу тураһында өҫтәмә хәбәр ителәсәк.

Фото: Телеграм-канал. 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас