"Абзелил" район гәзите яҙыуынса, Әбйәлил районындағы Селивановка ауылында йәшәгән 74 йәшлек ҡатындың һыйыры быҙаулай. Хужабикә һарайға сығып уны һауып ала. Ә инде тышҡа сығырға йүнәлгәс, һыйыры артынан килеп һөҙә.
Ҡатын ергә ҡолағас та, һәүкәш туҡтамай, уны тапай һәм һөҙгөсләй. Быны күреп ҡалған улы "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтен саҡыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, медицина хеҙмәткәрҙәре зыян күреүсене ҡотҡара алмай. Бисара алған йәрәхәттәренән вафат була.
Фотоның ваҡиғаға ҡатнашлығы юҡ. Фото: https://vk.com/id346923289