Даирә
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Происшествия
25 Апрель , 16:53

Еңел машина фураның аҫтында ҡалды...

Водитель дә, пассажирҙары ла үлгән.    

Еңел машина фураның аҫтында ҡалды...
Еңел машина фураның аҫтында ҡалды...

24 апрелдә кискә ҡарай Туймазы районында ҡот осҡос авария булған.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Урал” М5 трассаһында “FAW” йөк машинаһы менән “Лада Ларгус” бәрелешкән. Был хаҡта республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итә.

Һөҙөмтәлә еңел автомобилдең водителе һәм ике пассажиры ваҡиға урынында йән биргән. Билдәле булыуынса, улар Пенза ҡалаһынан булған. Әлегә ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Хөрмәтле водителдәр! Рулгә ултырғанда юл ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәгеҙ, иғтибарлы булығыҙ. Һеҙҙең яңылышыуығыҙ арҡаһында башҡа кешеләр зыян күреүе ихтимал. Юл хаталарҙы ғәфү итмәй, шуны онотмағыҙ!

Фото: БР буйынса ЮХХДИ.

Автор:
Читайте нас: