Бөгөн баш ҡалала кроссовер һәм йөк-пассажир машинаһы бәрелешеү һөҙөмтәһендә бер кеше вафат булды. Был турала республика буйынса ЮХХДИ хәбәр итә.
Авария Орджоникидзе районындағы Энергетиктар урамында теркәлгән. Ваҡиға урынында Honda CR-V менән “Газель” бәрелешкән. Һөҙөмтәлә икенсенең пассажиры һәләк булған. Әлегә юл-транспорт фажиғәһе урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эшләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөнгө авария – Өфөлә ошо аҙнала теркәлгән икенсе үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы. Беренсеһе ҡала үҙәгендә булғайны. Унда “ВАЗ” менән “Volkswagen Polo” бәрелеште. Һөҙөмтәлә ватан машинаһының водителе лә, пассажиры ла һәләк булды.
Хөрмәтле водителдәр! Рулгә ултырғанда юл ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәгеҙ, иғтибарлы булығыҙ. Һеҙҙең яңылышыуығыҙ арҡаһында башҡа кешеләр зыян күреүе ихтимал. Юл хаталарҙы ғәфү итмәй, шуны онотмағыҙ!
Фото: БашДТП