Кисә Башҡортостандың һәм Татарстандың популяр йырсыһы Гөлназ Асаева юл- транспорт ваҡиғаһына тарыған. Был хаҡта ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдергән.
"Көскә килеп еттек беҙ, аварияға эләгеп. Ауыртмаған башҡа тимер таяҡ булды был. Үҙебеҙҙең полосанан хәрәкәт итәбеҙ, ҡапыл ғына бер машина уңға боролдо. Поворотник ҡабыҙыу ҙа юҡ, әллә өсөнсө, әллә икенсе полосанан... икенсенән буғай, боролдо ла ҡуйҙы. Беҙ уға килеп бәрелдек инде. Тормозға баҫып өлгөрмәнек. Ярар әле дөрөҫлөк беҙҙең яҡта. Әллә ниндәй кешеләр бар инде..."- тигән ул.
Йырсыға дуҫтары юлда һаҡ булырға кәңәш иткән, изге теләктәр юллаған.
Фото:google.com
Текст сығанағы: "Интертат".