Даирә
+21 °С
Болотло
Происшествия
19 Ғинуар 2024, 09:27

Ғаилә яңы ғына йортҡа күскән булған...

Ғаилә башлығы вахта ысулы менән ситтә эшләй. Уға булған хәл тураһында хәбәр иткәндәр    

Ғаилә яңы ғына йортҡа күскән булған...Ғаилә яңы ғына йортҡа күскән булған...
Ғаилә яңы ғына йортҡа күскән булған...

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Мишкә районында бөгөн төндә ҡот осҡос фажиғә булды. Лепешкин ауылындағы янғында өс һәм дүрт йәшлек ике ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән. Әсә ете айлыҡ ҡыҙын ғына ҡотҡарып өлгөргән. Янғын һүндерелгән, уның сәбәптәре әлеге ваҡытта асыҡлана. Тәфтишселәр “ике һәм унан күберәк кешегә һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлем килтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше асҡан.

“Башинформ” журналисы Мишкә районы хакимиәте башлығы Павел Трапезников менән бәйләнешкә сығып, ошо ваҡиғаға асыҡлаҡтар индергән. Етәксе белдереүенсә, ғаилә яҡшылар иҫәбендә булған.

– Был төндә ҡатын балалары менән өйҙә булған. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән ситтә эшләй. Уға булған хәл тураһында хәбәр иттеләр, ул ҡайтырға сыҡты. Ғаилә күптән түгел иҫке йорт янында яңыһын төҙөнө, бурсанан, мин аңлауымса, эстән бүленмәгән дә. Шунда күскәндәр. Тап ошо төндә ул янып киткән. Ниндәй сәбәп арҡаһында янғын сыҡҡанын әлегә әйтә алмайым, сөнки был эш менән тәфтишсе шөғөлләнә, әле лә урында тикшереү эштәре алып барыла. Әлегә һығымталар яһарға иртәрәк, — тине Павел Трапезников.

Ҡатын сабыйы менән урындағы дауаханала тикшереү үтә.

“Дауаханала ҡатынға ҡалырға тәҡдим иттеләр, әммә, мин аңлауамса, ул баш тартҡан. Хәҙер иҫке йортона кире ҡайтасаҡ. Был ауылда уларҙың туғандары йәшәй, улар шулай уҡ ғаиләгә ярҙам итә. Район хакимиәтенән матди ярҙам күрһәттек. Ерләүҙе ойоштороуҙа ла, аҡса йыйыуҙа ла ярҙам итәсәкбеҙ — депутаттар корпусы ла, урындағы халыҡ та, ойошма етәкселәре лә ҡушыласаҡ”, — тип белдергән район башлығы.

2023 йылда янғын иҫкәртеүсе ҡорамал күп балалы ғаилә йортонда ҡуйылған. Әсә һүҙҙәренсә, ваҡиға алдынан уның ҡыҙыл лампочка эшләп торған.

Әлегә ул прибор эшләгәнме-юҡмы - билдәһеҙ. Янғын һүндереүселәр килгәс, ҡыйыҡ емерелеп төшә, иҫкәртеү ҡорамалы ла янған. Йортто тергеҙеүгә яраҡһыҙ.  

– Был ҙур ҡайғы... һәм һәләк булған балаларҙың ата-әсәләрен йыуата алырлыҡ һүҙҙәрҙе һайлап табыу мөмкин түгел. Беҙ зыян күреүселәрҙең ғаиләһенә, туғандарына һәм яҡындарына ихлас ҡайғы уртаҡлашабыҙ, – тине етәксе.

Мәғлүмәт сығанағы: Башинформ.

Фото: mchsrb.

Ғаилә яңы ғына йортҡа күскән булған...
Ғаилә яңы ғына йортҡа күскән булған...
Автор:
Читайте нас