Даирә
+21 °С
Болотло
Происшествия
11 Ғинуар 2024, 04:25

Төмән өлкәһендә алты яҡташыбыҙ юл һәләкәтенә тарыған

10 ғинуарҙа Төмән федераль трассаһында алты яҡташыбыҙ юл фажиғәһенә осраған.

Төмән өлкәһендә алты яҡташыбыҙ юл һәләкәтенә тарығанТөмән өлкәһендә алты яҡташыбыҙ юл һәләкәтенә тарыған
Төмән өлкәһендә алты яҡташыбыҙ юл һәләкәтенә тарыған

Урындағы дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Төмән өлкәһенең Уват районында (Төмән - Ханты-Манси автомобиль юлының 397-се саҡрымында) «Джилли» менән «Шкода» бәрелешкән. Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, «Джилли»ҙағы 40 йәшлек водитель ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан.

Аварияла алты кеше: «Джилли» водителе һәм уның ике пассажиры, 26, 35 һәм 40 йәшлек ирҙәр, шулай уҡ «Шкода» водителе һәм пассажирҙары төрлө йәрәхәттәр алған.

«Джилли» пассажирҙары Когалымға вахтаға  китеп барған, ә «Шкода»ныҡылар Когалымдан өйҙәренә, Башҡортостанға ҡайтып килгән.

Барыһы ла дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана, тип билдәләнеләр ведомствола.

 

Автор:Дарья Субботина

 

https://bash.bashinform.ru/news/law/2024-01-10/t-m-n-lk-end-ge-yul-l-k-tend-alty-ya-tashyby-y-r-h-tl-ng-n-3597311

 

Төмән өлкәһендә алты яҡташыбыҙ юл һәләкәтенә тарыған
Төмән өлкәһендә алты яҡташыбыҙ юл һәләкәтенә тарыған
Автор:
Читайте нас