Даирә
+20 °С
Дождь
Проекттар
23 Января , 07:32

Мөһим ҡарар ҡабул ителде

Яңы Ҡыйышҡы ауылы халҡы мөһим ҡарар ҡабул итеү өсөн йәнә берләшеп, йомғаҡлау йыйылышына йыйылды.

Мөһим ҡарар ҡабул ителдеМөһим ҡарар ҡабул ителде
Мөһим ҡарар ҡабул ителде

“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы сиктәрендә уҙғарылған йомғаҡлау йыйылышында проектты бойомға ашырыу эше менән шөғөлләнәсәк инициатив төркөм һайланды. Унда Илмир Ишкаев, Тәлғәт Биктимеров, Римма Бикташева, Ғамира Ғайсина, Эльвира Ваһапова, Олеся Кәримова, Фәрит Сиражетдинов, Айгөл Ғарипова, Ильвира Мөхәмәтова, Кристина Урманова инде.

Йыйылышта ҡатнашыусы бар халыҡ бер тауыштан МТЗ 82.1 тракторына аҫылмалы ҡорамал (грейдер) һатып алыуҙы хупланы.

- Был техника юлдарҙы яҡшы хәлдә тоторға мөмкинлек бирәсәк һәм йыл әйләнәһенә ауыл юлдары буйлап йөрөүҙе уңайлы итәсәк! Үткән йыл “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында уңышлы ҡатнашып, МТЗ 82.1 тракторын һатып алғайныҡ инде. Хәҙер уны кәрәкле ҡорамалдар менән тулыландырыу сираты етте. Ошондай мөһим проекттар һәм һәр кешенең әүҙем гражданлыҡ позицияһы ярҙамында ауылыбыҙ артабан үҫешеүен дауам итеренә шик юҡ! “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында еңеүебеҙгә ышанабыҙ һәм конкурс һөҙөмтәләрен түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ! – тиҙәр Яңы Ҡыйышҡы ауылы халҡы.

Автор:
Читайте нас