Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Проекттар
24 Июль , 15:58

"Башҡорт ихаталары" – яҡшы программа

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы менән 2019 йылда башланғыс алған “Башҡорт ихаталары” программаһы республикала, шул иҫәптә районда уңышлы тормошҡа ашырыла.

"Башҡорт ихаталары" – яҡшы программа
"Башҡорт ихаталары" – яҡшы программа
  • Уның төп маҡсаты – урындағы халыҡҡа уңайлы мөхит булдырыу. Балалар өсөн уйын, спорт майҙансыҡтары, яҡтылыҡ, парковка урындары, контейнерҙар, асфальт түшәү – барыһы ла күҙ уңында тотола.
    Ҡырмыҫҡалы ауылында ла “Башҡорт ихаталары” республика программаһы ярҙамында төҙөкләндереү эштәре мөмкин булды. Шулай район үҙәгенең Баҡса урамының 22/1, Хоҙайбирҙин урамының 16/2 йорттары алдындағы биләмәләрҙә төҙөкләндереү эштәре алып барылып, ихата тәртипкә килтерелә. Әлеге ваҡытта бында асфальт түшәлеп, тротуар һалына.
    - Был юҫыҡта алып барылған ҙур эштәрҙең һөҙөмтәһен күреп, бик һөйөнәбеҙ. Балалар өсөн уйын майҙансығы ла буласаҡ. Тиҙҙән бында хәүефһеҙ урында шау-гөр килеп уйнаған балалар урамыбыҙға йәм бирәсәк. Ҡунаҡҡа килгән ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ҙә бында рәхәтләнеп уйнаясаҡ, - ти Долорес Иванова.
    “Рефстройпроект” йәмғиәте подрядсы булып тора. Ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр ағымдағы йылдың авгусында теүәлләү планлаштырыла.
    Фәниә Батыршина.
    Илмира Ғәлиәхмәтова, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, йәмәғәтселек фекере лидеры: -
  • Элек был йорттарҙың береһендә ҡустым йәшәгәнгә күрә, килеп йөрөй торғайным. Шул ваҡытта уҡ төҙөкләндереү кәрәклеге күҙгә ташлана ине.
    Бөгөн ихатаның танымаҫлыҡ булып үҙгәреүен күреп бик һөйөндөм. Машиналар өсөн парковка, кер элеү өсөн урындар, бик сағыу һәм матур балалар майҙансығы ла төҙөлә. Район үҙәгендәге ихата нәҡ шундай булырға тейеш тә. Был үҙенсәлекле ”Башҡорт ихаталары” проекты менән беҙ ғорурланырға ғына тейешбеҙ.
 
 
Автор:
Читайте нас: