Урамды яҡтыртыу селтәрен ремонтлау өсөн
Подлуб ауыл Советы биләмәһендә урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проектын һайлау буйынса эштәр гөрләй.
Бүләкәй ауылының Урман урамындағы 1-се һанлы йортта урынлашҡан мәсеттә ауыл халҡы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу һорауы менән йәнә бер тапҡыр йыйылышҡа йыйылды. Унда ауыл биләмәһе башлығы Наил Нәзир улы Ҡадиров, имам-хатиб Рәмил Хәмзә улы Ишмаҡов ҡатнашты.
Ауыл халҡы йыйылышта проблемалар тураһында һөйләне. Улар ауыл урамдарын яҡтыртыу, балалар майҙансығы булдырыу, юлдарҙы ремонтлау мәсьәләләрен күтәреп сыҡты. Был эштәрҙе башҡарыу өсөн республика бюджетынан субсидия (ауылға 1,2 млн. һумға тиклем) ҡаралған. Программа конкурсында еңеүселәр генә был аҡсаға эйә буласаҡ.
Бүләкәй ауылы халҡы йыйылышта 2024 йылғы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашырға ҡарар иттеләр һәм “Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Бүләкәй ауылында урамды яҡтыртыу селтәрен ремонтлау, уның өсөн ҡорамалдар һәм материалдар һатып алыу” проекты өсөн тауыш бирҙеләр.
Светлана УРАЗБАХТИНА.