- Миңә был яңы проекттың тәүге ҡатнашыусылары араһында булыу бәхете тейҙе. Абхазия беҙҙе яҡты ҡояш, тыныс диңгеҙ һәм ҡунаҡсыллығы менән ҡаршы алды. Беҙ ун биш ҡатлы заманса «Гранд Абхазия» отелендә, Яңы Гаграның үҙәгендә йәшәнек. Абхазияла булған биш көн эсендә беҙ - туристар Рица күленә, Сталин дачаһына барҙыҡ, Яңы Афондың иҫтәлекле урындары менән таныштыҡ, Ҡара диңгеҙ буйында ял иттек, шулай уҡ был йәмле һәм ҡунаҡсыл булған “Йән иле”нең (ул шулай ҙа атала) башҡа ерҙәрен күрҙек.
Был сәйәхәттә яҡшы ял һәм күтәренке кәйеф кенә түгел, күп позитив эмоциялар һәм ҡыҙыҡлы тәьҫораттар ҙа алдыҡ. Беҙ Абхазия Республикаһы халҡының тормошо, ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында күп нәмәләр белдек.
Әйткәндәй, беҙҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Әхмәткәрим улы Афзалов оҙатып ҡалһа, ә Абхазияла Туризм буйынса министр Теймураз Владимирович Хишба туристар менән осрашып, оҙатып йөрөнө, - тип һөйләне ул.
Фәниә Батыршина.