Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Проекттар
17 Октябрь 2022, 15:34

Эх, Шайморатовҡа ҡуйған һәйкәлемде атайым күрһә ине...

Рәхмәт һиңә, мастер! 

Эх, Шайморатовҡа ҡуйған һәйкәлемде атайым күрһә ине...
Эх, Шайморатовҡа ҡуйған һәйкәлемде атайым күрһә ине...

Уҙған аҙнаның төп ваҡиғаһы -­ Республика көнөндә Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу булғандыр. Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев ошо проектты һайлаған конкурс комиссияһы ағзаһы булған. Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ул ошо хаҡта тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

- «Эх, Шайморатовҡа ҡуйған һәйкәлемде атайым күрһә ине... Ул бик ҡәнәғәт, шат булыр ине!» - тип ҡаршыланы мине Салауат Александрович...
Бынан ике йыл элек Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Өфөлә һәйкәл ҡуйырға тигән ҡарар сыҡҡас, конкурс иғлан ителде. Конкурста 19 макет ҡатнашты. Конкурс шарттары буйынса һәйкәл макеттарының авторҙары сер итеп һаҡлана ине. Миңә лә был сарала жюри ағзаһы булараҡ ҡатнашырға насип булды. Макеттарҙың күбеһе бюст рәүешендә тәҡдим ителгәйне. Жюри ағзалары күберәк бишенсе һанлы макет тирәһендә өймәкләште, сөнки ул иғтибарҙы әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итеп, саҡырып тора ине. Ул макеттың авторы Салауат Щербаков икәнен, әлбиттә, беҙ конкурс тамамланғас ҡына белдек.
...Һәм бына ике йыл үтеп тә китте. 8 октябрь көнө, һәйкәл асылыу тантанаһына өс көн ҡалғас, Салауат Щербаков жюри ағзаларын һәйкәл эргәһенә экскурсияға саҡырҙы. Скульптор ҙур кинәнес менән беҙгә һәйкәлдең һәр өлөшөнә, һәр композицияһына туҡталып аңлатмалар бирҙе...
Өфөнөң Совет майҙаны танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Рәхмәт һиңә, мастер! - ти Хөрмәтулла Үтәшев.

Фото: vk.com.

Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: