«Ошо залда 55 көндә илдәге иң яҡшы медицина объектын төҙөгән геройҙарҙы күреүе бик ҡыуаныслы. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко инфекция үҙәген асыу тантанаһында беҙҙең дөйөм эшкә юғары баһа бирҙе, – тине Андрей Назаров. – Беҙ төрлө, ләкин яңы инфекция үҙәге булмаһа, табиптарыбыҙға коронавирусҡа ҡаршы тороуы ҡыйынға тура киләсәген аңлап, берләшә алдыҡ. Һәр төҙөүсе, кабинеттарҙағы идара хеҙмәткәрҙәре, көн һайын төҙөлөштө яҡтыртып барған журналистар – барыһы ла дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерҙе».