Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Проекттар
28 Май 2020, 15:29

Көнкүреш ҡалдыҡтары проблема тыуҙырмаһын ине

Муниципаль район башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Валерий Иванович Волик менән әңгәмә.

- Валерий Иванович, сүп-сар сығарыу менән шөғөлләнеүсе төбәк операторының эшен нисек баһалайһығыҙ?
- Яңы сүп-сар реформаһына күсеү - заман талап иткән ҡатмарлы процесс. Ул беҙҙең районға һәм төбәккә генә ҡағылмай. Халыҡта ла, төбәк операторында ла бик күп һорауҙар тыуа. Райондың төбәк операторы ауылдарҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса маршрут графиктарын үтәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, кон­тейнер майҙансыҡтарында сүп-сар өйөмө барлыҡҡа килә. Ҡаты көнкүреш ҡал­дыҡ­тары өсөн тәғәйенләнгән контейнерҙарҙың киҫелгән ағас ботаҡтары, көнкүреш ҡалдыҡтары, ихатанан йыйылған тиреҫ, төҙөлөш ҡалдыҡтары, машина тәгәрмәс­тәре менән шығырым тулы булыуы ла төбәк операторының эшен ҡатмарлаштыра. Өҫ­тәүенә, ҡоштар, эттәр һәм бесәйҙәр ҙә тәр­типһеҙлек булдырыуға “үҙ өлөшөн ин­дерә”. Бындай закон боҙоусыларҙы тотоу өсөн һәр контейнер янында һаҡсы ла ҡуйып булмай.
- Контейнерҙар торған майҙансыҡтар таҙа булһын өсөн нимә эшләргә кәрәк? Кон­тейнерға ниндәй сүп ташларға мөмкин?
- Сүп контейнерҙары макулатура, быяла, өҫ һәм аяҡ кейемдәре һәм пластик кеүек көндәлек тормошта ҡулланған коммунал ҡалдыҡтар өсөн тәғәйенләнгән. Ә ағас ботаҡтарын, баҡса сүптәрен, тиреҫ һәм төҙө­лөш ҡалдыҡтарын ташларға ярамай. Шулай уҡ тәгәрмәс, бампер, лак, буяу ташлаусылар ҙа юҡ түгел...
- Валерий Иванович, ихаталарҙа ҡоро үлән һәм ағас ботаҡтарын яндырыу тыйыла. Контейнерға ташларға ла, яндырырға ла ярамаған сүптәрҙе нимә эшләтергә һуң?
- Үҫемлектәрҙе һәм төҙөлөштән ҡалған сүптәрҙе хужалары тейәп үҙҙәре түгергә тейеш. Улар ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына инмәй. 89-сы һанлы "Етештереү һәм ҡул­ланыу ҡалдыҡтары тураһындағы" Федераль законға ярашлы, төҙөлөш ҡалдыҡтары ҙур габаритлы ҡалдыҡҡа инә. Үҫемлек, та­мыраҙыҡ һабаҡтары һәм йәшелсәләрҙән ҡалған башҡа ҡалдыҡтар "Ҡалдыҡтарҙың федераль классификация каталогы"на индерелмәгән. Шуның өсөн һанап үтелгән ҡалдыҡтарҙы түгеү өсөн төбәк операторы йәки бындай ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн рөхсәт документы булған башҡа ойошма менән айырым килешеү төҙөргә кәрәк.
Федераль законға ярашлы, ҡаты көн­күреш ҡалдыҡтары менән эш итеүсе төбәк операторҙарының 4 һәм 5-се класҡа ҡараған хәүефле ҡалдыҡтарҙы йыйыуҙан баш тартырға хоҡуғы бар. Шулай уҡ торлаҡ законсалығы сиктәрендә, сүп бактарына батарея, терегөмөш кеүек хәүефле ҡалдыҡтарҙы ташлау ҡәтғи тыйыла. Бер батарея дүрт квадрат метр ерҙе зарарларға һәләтле. Иҫкергән люминисцент лампалар, терекөмөш термометрҙары ла тирә-йүнгә ҙур зыян килтерә, халыҡ быны аңлаһын ине. Закон боҙоусыларға етди штраф янай.
- Бындай ҡалдыҡтарҙы түгергә килешеү төҙөү өсөн ҡырмыҫҡалылар ҡайҙа һәм кемгә мөрәжәғәт итә ала?
- Район халҡы был хеҙмәт менән файҙаланыу өсөн 8(347)298-22-73 телефоны буйынса "АвттоСпецТранс" йәмғиәте компа­нияһына заявка бирә ала. Шулай уҡ төбәк операторы эшмәкәрлегенә ҡағы­лыш­лы мәсьәләләре буйынса 8-800-347-8003 номеры аша “ҡыҙыу бәйләнеш”кә мөрә­жә­ғәт итергә мөмкин. Тулған контейнерҙарҙы йәки закон боҙоусыларҙы фотоға төшөрөп, WhatsAppтағы 8-986-704-40-88 номерына ебәрергә кәрәк.
- Валерий Иванович, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Ринат ШАЙБӘКОВ әңгәмәләште.
Читайте нас: