Даирә
+16 °С
Облачно
Погода
22 Июня , 13:35

Синоптиктар фараздарын үҙгәртте

Беҙҙе һалҡын йәй көтә.

Синоптиктар фараздарын үҙгәрттеСиноптиктар фараздарын үҙгәртте
Синоптиктар фараздарын үҙгәртте

Беҙҙе һалҡын йәй көтә.

Оҙайлы фараздар үҙҙәрен аҡламай. Май айында метеорологтар Башҡортостанда бындай оҙайлы ямғырҙар вәғәҙә итмәгән ине. Әммә ул килеп етте, һәм беҙҙә, ғәмәлдә, көн һайын тиерлек, ямғыр яуа.

Шулай уҡ йәй башында синоптиктар июль бик эҫе була тиҙәр ине, әммә хәҙер үҙ фараздарын ҡайтанан ҡарай.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге әҙерләгән температура аномалиялары прогнозы раҫлауынса, Башҡортостанда июль йомғаҡтары буйынса температура фоны ошо уҡ осорҙа уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәр кимәленән бер аҙ түбәнерәк булыуы ихтимал.

“Фобос” үҙәге хәбәр итеүенсә, беҙҙә аномаль эҫе йәй фаразланмай. Хатта климат нормаһынан кәмерәк яҡҡа тайпылыу ҙа ихтимал. Ни бары июль аҙағында температураның ҡыҫҡа ваҡытҡа +30 градусҡа тиклем күтәрелеүе мөмкин.

Фото: Ф.Рәхмәтуллина

Әлфиә Минғәлиева.

Сығанаҡ:https://henek.info/articles/+++-/2026-06-22/sinoptiktar-farazdaryn-g-rtte-4726768

 

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас