Даирә
+4 °С
Болотло
Погода
26 Апрель , 17:34

Май һалҡын һәм ямғырлы була

Бөтә майҙа тиерлек ямғыр яуасаҡ. Айырыуса көслө яуым-төшөм...     

Май һалҡын һәм ямғырлы булаМай һалҡын һәм ямғырлы була
Май һалҡын һәм ямғырлы була

Бөтә майҙа тиерлек ямғыр яуасаҡ. Айырыуса көслө яуым-төшөм... 

Майҙа беҙҙе башлыса һалҡын һәм ямғырлы һауа торошо көтә. “Фобос” үҙәге синоптиктары яҙҙың һуңғы айына ентекле фараз бирҙе.

Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, майҙа йылы йәйге көндәргә иҫәп тоторға кәрәкмәй. Беренсе декадала һауа температураһы көндөҙ +12 градустан артмаясаҡ, төндә ҡырау төшөүе лә ихтимал.

Майҙың икенсе декадаһында +19 градусҡаса йылыта.

Ай аҙағына ғына термометр бағанаһы +21 градусҡа тиклем күтәреләсәк.

Бөтә майҙа тиерлек ямғыр яуасаҡ. Айырыуса көслө яуым-төшөм 19 майҙан алып ай аҙағына тиклем көтөлә.

Автор:Альфия Мингалиева

Фото: Ф.Рәхмәтуллина

Сығанаҡ:https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2026-04-16/may-al-yn-m-yam-yrly-bula-4654849

 

 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас