

Башҡортостанда синоптиктар май байрамдарына фараз бирҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл май айындағы ял көндәре ике осорға бүленәсәк: 1-нән 3 майға тиклем һәм 9-нан 11 майға тиклем.
“Гисметео” метеорологтары мәғлүмәте буйынса, Беренсе май байрамдарында ла, Еңеү көнөндә лә төбәктә ямғыр яуыуы көтөлә. Төрлө интенсивлыҡтағы яуым-төшөм көтөлә. 1 һәм 2 майҙа көслө, 8-10 майҙа уртаса ямғыр яуасаҡ.
Дөйөм алғанда, яҡынса фараз буйынса, майҙың тәүге декадаһы ямғырлы буласаҡ.
Был осорҙа республикала уртаса йылы булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +13, +16 градус була. Төнгө температура көндөҙгөнән ныҡ айырылмай – +10-дан +12 градусҡа тиклем.