

Ҡыштың тәүге айы һауа температураһының ҡапыл үҙгәреүе менән башлана. «Фобос» үҙәге синоптиктары хәбәр итеүенсә, ноябрь аҙағында һауа температураһы плюс күрһәткестәрендә һаҡланасаҡ.
1
декабрҙә төндә һәм көндөҙ -1 градус булыуы көтөлә. 5 декабргә көндөҙ -14 градусҡаса һалҡынайта, төндә -20 градустан түбән була. Киләһе тәүлектә төндә термометр бағанаһы -30, көндөҙ -22 градусҡа тиклем төшә. Ай уртаһына төндә ни бары -6, көндөҙ -2 градус ҡына. 15 декабрҙән 22-һенә тиклем көн һайын ҡар яуыуы көтөлә. 25 декабрҙән көндөҙ -10…-16 градус. Яңы йыл төнөндә -22 градусҡа тиклем һыуыта. 31 декабрҙә көндөҙ -18 градус булыуы көтөлә.
1 ғинуарҙа көндөҙ -15 градус булыуы фаразлана. 3 ғинуарға төндә -13, көндөҙ -10 градус.
Бынан алда Башгидромет Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенең климат мәғлүмәттәрен анализлау нигеҙендә декабрҙә уртаса айлыҡ һауа температураһы нормаға яҡын буласаҡ (норма: -10,8 градус), ә ғинуарҙа яҡынса -12,5 градус тәшкил итәсәк (шулай уҡ норма сиктәрендә), тип хәбәр иткәйне.