Даирә
+24 °С
Ямғыр
Погода
10 Ноябрь 2025, 15:07

Һауа торошо аномаль күренештәре менән хайран ҡалдырасаҡ

Әҙер булығыҙ.

Һауа торошо аномаль күренештәре менән хайран ҡалдырасаҡҺауа торошо аномаль күренештәре менән хайран ҡалдырасаҡ
Һауа торошо аномаль күренештәре менән хайран ҡалдырасаҡ

Әҙер булығыҙ.

Башҡортостанда ғәҙәттән тыш йылы көҙ тора. Плюс температураһы ноябрь уртаһына хас түгел. Һауа торошо тағы нимә менән ғәжәпләндерер, ошо хаҡта синоптиктар фараздарын еткерә. Башгидромет мәғлүмәте буйынса, аномаль йылылыҡ локаль ташҡындарға килтерә. Республиканың төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондарында яуым-төшөм күп булыу сәбәпле, алдағы көндәрҙә бәләкәй дала һәм тау йылғаларында һыу кимәленең күтәрелеүе күҙәтелә. Ноябрь айында һауа температураһының юғары булыуына бәйле ноябрь уртаһында ҡар ятыуы көтөлмәйБыл хаҡта Рәсәй Гидрометеорология Үҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд хәбәр итте.

 «Фобос» үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда йылы һауа температураһы ноябрҙең 20-һенә тиклем һаҡланасаҡ.

Көндөҙ ҙә, төндә лә  йылы буласаҡ – +3, +10 градус. Ҡайһы берҙә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә.

23 ноябрҙән һуң ғына  ҡапыл һыуытасаҡ – ноябрҙең һуңғы аҙнаһында көҙ барыбер үҙенекен аласаҡКөндөҙ -7,-16 градус, төндә термометр бағанаһы -15, -23 градусҡа тиклем төшә.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас