

Башҡортостанда йәй тамамланмаған да кеүек. Календарҙа сентябрҙең икенсе аҙнаһы булыуға ҡарамаҫтан, һауа торошо йылы һәм ҡояшлы булып ҡала. Башгидромет синоптиктары бөгөн, 8 сентябрҙә, республикала йәйгесә буласаҡ, тип вәғәҙәләй. Көндөҙ һауа +18,+23 градусҡаса йылына, яуым-төшөм көтөлмәй.
Әммә шишәмбе, 9 сентябрҙән башлап, һауа температураһы түбәнәйә. Аҙна уртаһында +13,+18 градус температурала болотло буласаҡ.
Тәбиғәттә нимәлер үҙгәрә. Ғәҙәттә был ваҡытта әбейҙәр сыуағы килә. Метеорологтар был хәл тураһында нимә һөйләй?
Гидрометүҙәктең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд, оҙайлы йәйге һауа торошо төньяҡта ҡеүәтле антициклон урынлашыуы менән бәйле, тип аңлата. Һәм хәҙерге температура режимы август уртаһына хас.
Шул уҡ ваҡытта Вильфанд бындай һауа торошон әбейҙәр сыуағы тип түгел, ә йәй дауамы тип атай, сөнки әбейҙәр сыуағы алдынан һауа торошо насар булырға тейеш. Әбейҙәр сыуағы сентябрҙең икенсе яртыһында көтөлә, тип өҫтәне ул.