Даирә
+24 °С
Ямғыр
Погода
11 Август 2025, 04:07

Ҡасан ямғырҙар туҡтап, йылытыр?

Ямғырҙар яуа әле...     

Ҡасан ямғырҙар туҡтап, йылытыр?Ҡасан ямғырҙар туҡтап, йылытыр?
Ҡасан ямғырҙар туҡтап, йылытыр?

Башҡортостанда һыуытты һәм ҡойма ямғырҙар яуа. Башгидромет синоптиктары фекеренсә, әлеге ваҡытта республикала һауа торошон төньяҡ һауа массалары һәм ямғырҙар менән аҙ хәрәкәтсән фронталь бүлем билдәләй. Һыуытыу һәм яуым-төшөм оҙаҡҡа килдеме? Прогнозды метеорологтар бирә.

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 11-13 августа республикала ямғыр яуыуы, көндөҙ йәшен йәшнәүе ихтимал, һауа температураһы төндә +9, +14, көндөҙ +19, +24 градус.

“Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда ямғырҙар 18 авгусҡа тиклем яуасаҡ. Көндөҙгө һауа температураһы был көндәрҙә +16-нан +23 градусҡа тиклем түбән буласаҡ. 19 августан ямғырҙар туҡтаясаҡ, йәнә ҡояшлы һәм йылы буласаҡ. Көндөҙ термометр бағанаһы +27, +28 градусҡаса күтәреләсәк.

Автор фотоһы. 

Автор:
Читайте нас