Даирә
+24 °С
Ямғыр
Погода
4 Август 2025, 04:14

Август айы ниндәй булыр?

Синоптиктар июлдәге күҙаллауын бер аҙ үҙгәртте. Хәбәр итеүҙәренсә...

Август айы ниндәй булыр?Август айы ниндәй булыр?
Август айы ниндәй булыр?

Башҡортостанда август башында аномаль эҫелек күҙәтелә. Алдағы көндәрҙә һауа температураһы +30 градустан юғары күтәреләсәк. Августың артабанғы көндәре ниндәй буласаҡ? Төбәктең гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә төбәктә аномаль эҫелек һаҡланасаҡ. Һауа температураһы көндөҙ +29, +31 градусҡаса күтәреләсәк.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, алдағы эш аҙнаһы эҫе була, ә ял көндәрендә +25 градусҡаса һалҡынайта. Ҡайһы бер көндәрҙә ямғыр һәм йәшен фаразлана.

Фобос үҙәге фаразлауынса, ямғырҙар республикаға һыуыҡтар килтерәсәк. Йәкшәмбе, 10 августа, һауа температураһының +16 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә. Әммә һуңынан йәнә йылытасаҡ — 11-16 августа һауа температураһы ун градусҡа күтәреләсәк — +20-нән +30-ға тиклем. Термометр бағанаһы көндөҙ +25, +30 градусҡаса күтәреләсәк.

Августың икенсе яртыһы һалҡыныраҡ булыуы фаразлана.

Айҙың 20-се көндәрендә +8-ҙән +16 градусҡа тиклем генә була. Һауаның максималь температураһы 31 августа — +22 градус булыуы көтөлә. Ямғырлы көндәр аҙ буласаҡ. Августҡа Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенән фаразлауҙар буйынса, уртаса айлыҡ һауа температураһы нормаға яҡын буласаҡ (+17,2 градус тирәһе). Айлыҡ яуым-төшөм нормаға яҡын (45-65 миллиметр) тип күҙаллана.

 

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас