Даирә
+24 °С
Ямғыр
Погода
24 Июль 2025, 04:13

Йәй аҙағы, көҙ башы ниндәй булыр?

Август аҙағында көҙ һулышын ныҡлы тоясаҡбыҙ...    

Йәй аҙағы, көҙ башы ниндәй булыр?Йәй аҙағы, көҙ башы ниндәй булыр?
Йәй аҙағы, көҙ башы ниндәй булыр?

Июль аҙағына яҡынлаша. Яйлап һауа температураһы түбәнәйә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә. Башгидромет синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, аҙна аҙағына термометр бағанаһы көндөҙ +18, +23 градусҡа тиклем төшәсәк. Төндә +10, +15 градусҡа тиклем һыуыта.

“Фобос” үҙәге иһә һауа торошоноң оҙайлы фаразын тәҡдим итте.

Рәсәй метеохеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, август айының тәүге яртыһы ярайһы уҡ йылы була. 20 августан көндөҙ һауа температураһы 15 градустан артмаясаҡ. Төнгө һыуытыу 28 августа +4 градусҡа тиклем көтөлә. Төндәрен термометр бағанаһы +2 градусҡа тиклем төшә.

Йәйҙең һуңғы айында иң һыуыҡ көндәр 27 августа (көндөҙ – +9 градусҡа тиклем), 28 августа (+12 градус) була.

Яуым-төшөм 7-10 августа, 15-21 августа, 24-27 августа көтөлә. Айҙың икенсе яртыһында иң йылы көндәр 16 һәм 17 августа була: +22, +24, шулай уҡ 30 һәм 31 августа (+19, +20 градус).

һәм 2 сентябрҙә ямғыр яуыуы көтөлә. Белем көнөндә көндөҙ +19, төндә +11 градус булыуы фаразлана. 2 сентябрҙә киҫкен һыуыта: көндөҙ +13 градусҡа тиклем һәм төндә +6 градусҡа тиклем. 3 һәм 4 сентябрҙә төндә 0-дән +2 градусҡаса, көндөҙ һауа температураһы +10, +11 градусҡаса күтәрелә. Артабанғы көндәрҙә һауа температураһының көндөҙ +15, +16 градусҡаса күтәрелеүе көтөлә. 6 сентябрҙә төнгө сәғәттәрҙә +8 градусҡаса йылыта.

Шулай итеп, август айының икенсе яртыһында көҙ һулышы һәм төнгө һәм көндөҙгө температура араһындағы контраст һиҙелә.

Әммә йылы көндәр етерлек буласаҡ.

Автор:
Читайте нас