Даирә
+24 °С
Ямғыр
Погода
22 Июль 2025, 04:23

Көслө ямғырҙар килә

тип иҫкәртә белгестәр...    

Көслө ямғырҙар киләКөслө ямғырҙар килә
Көслө ямғырҙар килә

Башгидромет үҙәк белгестәре көслө ямғырҙар килеүе тураһында иҫкәртә.  

Шишәмбе, 22 июль, урыны менән бер аҙ яуа, көндөҙ йәшенле ямғыр көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан, йәшен мәлендә киҫкен булып китә.  Төндә һауа температураһы +15...+20 градус, көнсығыш райондарҙа +10, көндөҙ +24...+29 градус.

Шаршамбы, 23 июль, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, урыны менән йәшен йәшнәй, көндөҙ ҡайһы бер райондарҙа ҡойма ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын иҫә, көндөҙ урыны менән көслө булып китә. Төндә һауа температураһы +13...+18 градус, көндөҙ +22...+27 градус.

Кесаҙна, 24 июль, ямғырлы көн, ҡайһы бер урындарҙа йәшенле көслө ямғыр көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә +13...+18, көндөҙ +22....+27 градус йылы.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
 
 
Автор:
Читайте нас