

Башҡортостанда, ниһайәт, уңайлы йәйге һауа торошо урынлашты. Әле йылы һәм ямғырһыҙ көндәр тора. Ә йәйҙең һуңғы айынан нимә көтөргә?
Фобос үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, август көтөлмәгәнсә һалҡын була. Айҙың тәүге декадаһында ғәҙәти һауа торошо көтөлә — көндөҙ +16-нан +25 градусҡаса йылы булыуы көтөлә. Ямғырлы көндәр аҙ буласаҡ.
Августың икенсе декадаһы ла эҫе булмаясаҡ. Ҡайһы бер көндәрҙә һауа +24 градусҡаса йылынасаҡ. Ҡояшлы һәм ямғырлы көндәр тигеҙ буласаҡ.
Ә айҙың өсөнсө декадаһында һиҙелерлек һыуыта. Көндөҙ термометр бағанаһы +9, +16 градусҡаса ғына күтәреләсәк. Ямғырлы һәм ҡояшлы көндәр алмашынып торасаҡ.
Фото: Миләүшә Рәхимова