+24 °С
Ямғыр


Йылы көндәргә кинәнеп тә өлгөрмәнек, 14 июлдән төндәрен һалҡынайта – таулы райондарҙа термометр бағанаһы +3 градусҡаса төшөүе фаразлана. Был турала республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Башгидрометүҙәк белгестәре мәғлүмәттәренә таянып хәбәр итә.
Республикала үҙгәреүсән, болотло һауа торошо урынлаша. Төндә һауа температураһы +8...+13 градус, таулы райондарҙа +3 градусҡаса төшә.
Өфөлә көн болотло, яуым-төшөм көтөлмәй. Ваҡыты менән көслө ел сыға. Төндә һауа температураһы +9...+11, көндөҙ шулай уҡ +23...+25 градус тәшкил итәсәк.