Даирә
+24 °С
Ямғыр
Погода
5 Июль 2025, 17:22

Ямғырҙар ҡасан туҡтар?

Синоптиктарҙың фаразынса, киләһе аҙнала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә. Аҙна аҙағында, ниһайәт...    

Ямғырҙар ҡасан туҡтар?Ямғырҙар ҡасан туҡтар?
Ямғырҙар ҡасан туҡтар?

Синоптиктарҙың фаразынса, киләһе аҙнала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә.

Гисметео мәғлүмәттәре буйынса,  

Дүшәмбе, 7 июль, төндә һауа температураһы +12, көндөҙ +22 градусҡаса етә. Яуым-төшөм көтөлмәй, ҡояшлы. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, талғын.

Шишәмбе, 8 июль,  яуым-төшөмлө, күк күкрәп ямғыр яуа. Төндә +14 градус, көндөҙ +24 градус. Ел көнбайыштан, ваҡыты менән көслө.  

Шаршамбы, 9 июль, тәүлек әйләнәһенә ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан. Һауа температураһы төндә  +17, көндөҙ +25 градус.

Кесаҙна, 10 июль, йәшенләп ямғыр яуа, ти синоптиктар. Һауа температураһы тәүлек буйына +17...+27 градус. Ел көньяҡ-көнбайыштан, талғын.

Йома, 11 июль, болотло, яуым-төшөмлө. Төндә +19, көндөҙ +27 градус. Ел көнбайыштан.

Икенсе ялдарҙа республикаға, ниһайәт, ҡоро һәм ҡояшлы көндәр килә. Шәмбе, 12 июль, йәкшәмбе, 13 июль, төндә +18 градус, көндөҙ +24 градусҡаса йылыта. Һиҙелер-һиҙелмәҫ ел иҫә.

Автор фотоһы.

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
 
 
 
Автор:
Читайте нас