Даирә
+21 °С
Облачно
Погода
2 Июля 2025, 03:50

Июль, август һәм сентябрь айҙары ниндәй булыр?

Бер ниндәй ҙә аномаль күрһәткестәр көтөлмәй!

Июль, август һәм сентябрь айҙары ниндәй булыр?Июль, август һәм сентябрь айҙары ниндәй булыр?
Июль, август һәм сентябрь айҙары ниндәй булыр?

Бер ниндәй ҙә аномаль күрһәткестәр көтөлмәй!

Башҡортостанда йәйҙең тәүге айы үтеп тә китте, һәм алда тағы ике ай йылы көндәр көтә. Улар ниндәй булыр – эҫе һәм ҡоромо йәки йыш ямғырҙар менәнме? Ә сентябрҙән нимә көтөргә? Әйҙәгеҙ, синоптиктар фаразына күҙ һалайыҡ.

Июль айы ысын мәғәнәһендә йәйге булырға вәғәҙә итә, әммә эҫе түгел. Гисметео порталының актуаль фаразына ярашлы, Башҡортостанда июлдә көндөҙгө температура +23, +24 градус градус була, был тәбиғәттә ял итеү һәм баҡса эштәре өсөн идеаль шарттар булдыра. Метеорологтар шулай уҡ ҡояшлы көндәрҙең күп булыуын фаразлай, июлдең беренсе аҙнаһы ғына көслө ямғырҙар арҡаһында бер аҙ күңелһеҙләнә.

Август был уңайлы тенденцияны дауам итәсәк. Көндөҙ уртаса температура +21,+22 градус тәшкил итәсәк — бындай күрһәткестәр йәйҙең икенсе яртыһы өсөн идеаль тип иҫәпләнә.

Өҫтәүенә, климат нормаһы менән сағыштырғанда, ике йәйге ай ҙа ғәҙәттәгенән 0,5-1,5 градусҡа йылыраҡ буласаҡ.

Календарь көҙөнөң башланыуы ла ҡырҡа үҙгәрештәр килтермәйәсәк. Сентябрҙең тәүге аҙналарында +18,+20 градусҡа тиклем температура менән йәйге йылы һаҡлана.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас