

Башҡортостанда һауа торошо ҡырҡа боҙолдо. Эҫелек урынына ҡойма ямғырҙар, йәшен, боҙ-борсаҡ һәм һыуыҡтар килә. Һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе нимә менән бәйле, һәм артабан нимә көтөргә?
Башгидрометтан хәбәр итеүҙәренсә, республика биләмәһе түбән баҫымлы өлкәлә ҡалған, шуға күрә яуым-төшөм ихтималлығы артҡан. Шулай уҡ һалҡын фронт үтеү менән бәйле һауа температураһы ағымдағы аҙнала +17, +23 градусҡа тиклем түбәнәйҙе. Ял көндәрендә сираттағы һыуытыу буласаҡ, һауа температураһы норманан өс-биш градусҡа түбән көтөлә.
Гисметео синоптиктары киләһе айға эҫе вәғәҙә бирмәй. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, июнь дауамында һауа температураһы – 22, +24 градус тирәһендә торасаҡ. Июнь аҙағы һалҡыныраҡ буласаҡ, көндөҙгө һауа температураһы +17, +23 градус тәшкил итәсәк.
Бынан алда Рәсәй Гидрометеорология үҙәге йәйге айҙарға һауа торошон фаразланы. Уға ярашлы, июлдә һауа температураһы нормаға яҡын йәки унан юғарыраҡ, йәғни +17, +21 градус тирәһе йәки унан юғарыраҡ буласаҡ. Августа һауа температураһының нормаға яҡын йәки унан юғарыраҡ — +15, +19 градус йәки унан юғарыраҡ булыуы көтөлә.
Быйыл да ҡыш буйы ҡурҡытҡан аномаль эҫе йәй булмаҫ микән?