+24 °С
Ямғыр


Башҡортостанда оҙайлы ямғырҙар башлана. Гисметео мәғлүмәттәре буйынса, яуым-төшөм өҙлөкһөҙ буласаҡ.
Улар бөгөн, 17 июндә башлана һәм 7 июлгә тиклем дауам итә. Ҡайһы бер көндәрҙә йәшен һәм боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә.
Һауа температураһы көндөҙ +19, +26 градус була. Төнгө сәғәттәрҙә +12-нән +16 градусҡаса һалҡын булыуы көтөлә.
7 июлдән төбәктә ҡоро ҡояшлы һауа торошо урынлаша.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.