+24 °С
Ямғыр


Башҡортостанда синоптиктар июндең икенсе декадаһында аномаль һауа торошо хаҡында иҫкәртә. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, июндең 20-һенә тиклем һауа температураһы климат нормаһынан 2 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ.
Метеорологтар билдәләүенсә, төбәккә көньяҡ киңлектәрҙән субтропик һауа массаһы таралған. Был температураның көндөҙ +32 градусҡа тиклем күтәрелеүенә килтерә.
Алдағы ял көндәрендә һауа торошо үҙгәрмәйәсәк. Эҫе – төндә +19, көндөҙ +31 градусҡаса.
Шул уҡ ваҡытта ямғырҙар ҙа була. Ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ, елдең көсәйеүе фаразлана.