

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты 7 июндә һауа шарттарының үҙгәреүе хаҡында иҫкәртте. Ведомство Башгидромет синоптиктары мәғлүмәттәренә нигеҙләнә.
Бөгөн көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Төндә төбәктең көньяғында бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана, көндөҙ – башлыса яуым-төшөмһөҙ.Ел төньяҡ-көнсығыштан, төньяҡтан секундына биш метрҙан 10 метрға тиклем, республиканың көньяҡ өлөшөндә 17 метрға тиклем көсәйәсәк.
Һауа температураһы төндә +9, +14 градус тәшкил итәсәк, урыны менән +4 градусҡаса һалҡынайта. Көндөҙ һауа +22, +27 градусҡаса йылына.
Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында төнгө һәм иртәнге сәғәттәрҙә томан төшәсәк, күреү мөмкинлеге бер-ике саҡрымға тиклем кәмейәсәк.
Өфөлә болотло, яуым-төшөмһөҙ һауа торошо көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан, төньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк. Һауа температураһы төндә +9, +11 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ термометр бағанаһы +24, +26 градусҡаса күтәрелә.
Шулай уҡ ведомство 7 июндә Башҡортостандың көньяғы буйлап елдең секундына 17 метрға тиклем көсәйеүе тураһында иҫкәртеү менән смс-хәбәрҙәр ебәрҙе.
Алдағы көндәрҙә урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +10,+15°, көндөҙ +25,+30°.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.