Даирә
+24 °С
Ямғыр
Погода
27 Май 2025, 03:32

Июнь ниндәй буласаҡ?

Бер нисә көндән йәй етә! Уның тәүге айы нисегерәк булыр икән? Хәҙер ҡышын - ямғыр яуғанға, йәйен ҡарға аптырау ҙа юҡ. Шулай ҙа көн торошон барыбер алданыраҡ белге килә. Синоптиктар әйтә...

Июнь ниндәй буласаҡ?Июнь ниндәй буласаҡ?
Июнь ниндәй буласаҡ?

...Йәй башы тотороҡһоҙ буласаҡ, ти.

Бер нисә метеосығанаҡты ҡараныҡ. Ахыры, ысынлап та, бик үҙенсәлекле башлана йәйебеҙ. Июнь, аҙағы эҫе буласаҡ майҙан, һалҡынсараҡ башлана. +15 градус етәме? Юҡ! Әммә шулай фаразлана. Икенсе аҙнаһына +20, +22 градусҡаса күтәрелә.

Июндең икенсе яртыһы бик матур күҙаллана, +23, +25 градус йылылыҡта ял итеүе лә, эшләүе лә күңелле ул!

Тик ҡайһы бер төбәктәрҙә генә ямғырҙар дауамлы булыр, моғайын. Иң мөһиме, ҡоролоҡ булмаҫ. Һәм артыҡ һыуыҡ та фаразланмай.

Фото: Ф.Рәхмәтуллина. 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Сығаанҡ: Йәшлек гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас