Даирә
+28 °С
Облачно
Погода
20 Мая 2025, 17:14

Башҡортостанда дауыл ҡотора

Кешеләр зыян күрмәгән, ә бына биналар...     

Башҡортостанда дауыл ҡотораБашҡортостанда дауыл ҡотора
Башҡортостанда дауыл ҡотора

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы кисә үк республика халҡын иҫкәртте: көслө дауыл килә, әҙер булығыҙ. Күҙаллауҙар тормошҡа ашты, республиканың ҡайһы бер райондарында тәбиғәт ғәрәсәттәре күҙәтелде.

Мәҫәлән, ике ауылда дауыл биналар ҡыйыҡтарын атып бәрҙе. Тәүге осраҡ Бәләбәй районының Приют ауылында булды. Көслө ел Тыныслыҡ бульварында урынлашҡан күп фатирлы йорттоң ҡыйығын алып ташлай.

Бишбүләк районының Тулубай ауылында ошондай уҡ хәл Шакша урамындағы ике фатирлы торлаҡ булмаған бинала теркәлгән – унда ла ҡыйыҡтың бер өлөшө зыян күргән.

Бәхеткә күрә, ваҡиғалар һөҙөмтәһендә бер кем дә зыян күрмәгән. Урындарҙа ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн тейешле хеҙмәттәр эшләй.

Салауат районы ла бөгөн тәбиғәт һөжүме аҫтында ҡала. Малаяҙ ауылында көслө боҙборсаҡ яуа, уның ҙурлығы фасоль ҙурлығына етә, хатта унан ҙурыраҡ була.

Урындағы халыҡ тәбиғәт күренешенең масштабы менән шаҡ ҡата. Айырыуса баҡсасыларға һәм уларҙың үҫентеләренә эләгә.

Төбәктең баш ҡалаһы ла һауа торошоноң боҙолоуынан ситтә ҡалманы. Өфөлә көслө ел арҡаһында ағастарҙың ҡолау осраҡтары теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ике ағас ҡолаған.

Фотолар: МЧС. 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
 
Башҡортостанда дауыл ҡотора
Башҡортостанда дауыл ҡотора
Башҡортостанда дауыл ҡотора
Башҡортостанда дауыл ҡотора
Башҡортостанда дауыл ҡотора
Автор:
Читайте нас