Даирә
+24 °С
Ямғыр
Погода
12 Май 2025, 16:17

Йәшенле ямғырҙар килә

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 13, 14, 15 майҙа...

Йәшенле ямғырҙар киләЙәшенле ямғырҙар килә
Йәшенле ямғырҙар килә

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 13, 14, 15 майҙа ҡыҫҡа ваҡытлы, әммә йәшенле яуым-төшөм көтөлә.

13 майҙа республиканың көнсығыш өлөшөндә яуым-төшөм, төндә йәшенләп ямғыр яуа тип фаразлана. Ел төньяҡ-көнсығыштан, урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә +5...+10 градус, көндөҙ +17...+22 градусҡаса йылыта, айырым таулы райондарҙа +12.

14 майҙа ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, йәшен мәлендә көслө булып китә. Һауа температураһы төндә  +12, көндөҙ +22 градусҡа етә.

15 майҙа һауа торошонда әллә ни үҙгәрештәр булмай. Шулай уҡ йәшенле ямғыр яуыуы көтөлә. Төньяҡ-көнсығыштан иҫкән ел яйлап көнбайышҡа күсә. Һауа температураһы төндә +10...+15, көндөҙ +15, +20 градус.

Ф.Рәхмәтуллина фотоһы.

Автор:Аклима Гизатуллина
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас