Даирә
+21 °С
Болотло
Погода
8 Апрель 2025, 04:05

Ямғырҙар оҙаҡҡа килгән, ахыры...

Ҡоро көндәрҙе бармаҡ менән генә һанарлыҡ шул.     

Ямғырҙар оҙаҡҡа килгән, ахыры...Ямғырҙар оҙаҡҡа килгән, ахыры...
Ямғырҙар оҙаҡҡа килгән, ахыры...

Башҡортостанда ямғырҙар осоро башланды. Республикала ҡасан ҡоро һауа торошо урынлашыр?

Гисметео синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, был әле генә булмаясаҡ. Төбәктә көн һайын тиерлек ямғыр яуыуы көтөлә. Мәҫәлән, был аҙнала ҡоро һауа торошо йома, 11 апрелдә генә мөмкин.

Киләһе аҙнала 14, 17, 18 һәм 19 апрелдә яуым-төшөм фаразлана.

Апрель айының ҡалған аҙна ярымында ла ямғыр яуасаҡ. 30 апрелдә генә ҡоро һәм ҡояшлы буласаҡ.

Яуым-төшөм май каникулдарының беренсе осоронан һуң, 4 майҙан һуң ғына туҡтаясаҡ, ти синоптиктар. Ә һеҙҙә ямғыр яуамы?

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

Автор:
Читайте нас