-2 °С
Ҡар
Ҡыуандырып өлгөрҙөк инде: Башҡортостанда икенсе әбейҙәр сыуағы башланды. 26 сентябрҙән 6 октябргә тиклем температура көндөҙ 16-22 градус йылы тәшкил итәсәк.
7 октябрҙән һауа температураһы һиҙелерлек түбәнәйә. Көндөҙ термометрҙар ни бары 8 градус күрһәтәсәк, ә төнөн -3 градус булыуы көтөлә. 8 октябрҙә һауа температураһы көн дауамында 3 градусҡа тиклем төшәсәк.
Метеорологтарҙың фараздары буйынса, тәүге ҡар 14 октябрҙә яуа. Әммә уның иреү ихтималлығы бар, сөнки алдағы көндәрҙә ямғырҙар фаразлана.