Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Погода
17 Сентябрь , 08:43

Октябрь һауа торошо менән ғәжәпләндермәксе

Белгестәр әйтеүенсә...     

Октябрь һауа торошо менән ғәжәпләндермәксе
Октябрь һауа торошо менән ғәжәпләндермәксе

Башҡортостанда октябрь айының йылы булыуы көтөлә. Был хаҡта “Электрогазета” баҫмаһы менән әңгәмәлә география фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Тәбиғәт һәм кеше институты геология, гидрометеорология һәм геоэкология кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Рита Камалова һөйләгән.

Белгес әйтеүенсә, бөтөн республика буйынса көҙҙөң икенсе айының климат нормаһы ыңғай. Урал алдында ул – +3,9 градус, тауҙарҙа – + 1,8-ҙе, Урал аръяғында +2,9 градус тәшкил итә.

Октябрҙә, Камалова әйтеүенсә, температура аномалиялары күбеһенсә ошо осор өсөн ғәҙәти булмаған йылы һауа торошо менән бәйле. Өфө-Дим метеорология станцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, 1937-2017 йылдарҙа октябрҙә уртаса һауа температураһы күтәрелә.

Метеорологтарҙың яҡынса фараздарына ышанһаҡ, яҡынлашып килгән октябрь йылы була һәм һауа температураһы норманан бер аҙ юғарыраҡ була.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
Башҡортостан гәзитенән.
Автор:
Читайте нас: