Инде бөтәһен дә ялҡытҡан ямғырҙар әле һаман туҡтамай. Һауа торошон асып ҡараһаң да күңелле хәбәр юҡ: бөгөн дә ямғыр, иртәгә лә ямғыр, һәм хатта бер аҙнанан һуң да ямғыр күрһәтә.
Шулай ҙа синоптиктар бер аҙ өмөтлө яңылыҡ әйтте, Башҡортостанда ҡасан йылытыры билдәле булды. Әгәр дөрөҫ булһа, ямғырҙар 21 авгусҡа тиклем яуасаҡ һәм шунан һуң туҡтар тип көтөлә. 1 сентябргә тиклем йылы, ҡояшлы көндәр торасаҡ, ти улар. Һауа температураһы +25 градусҡа тиклем етер, тип көтөлә.
Ә был аҙнала ямғыр... Бынан тыш, көндәр һалҡыная. 18 авгусҡа тиклем иң йылыһы +18 градус булыр тиҙәр. Ялдарҙан һуң йылыта башлай.
Шулай булғас, төшөнкөлөккә бирелмәйек әле. Бесән эшләп тә булыр, йылы, аяҙ көндәргә ҡыуанып та ҡалырбыҙ, тип өмөтләнәйек.
Фото:Әлиә Хужәхмәтова.