Синоптиктар фаразлауынса, Башҡортостанда аҙнаның икенсе яртыһы ямғырлы һәм һалҡынса була.
Бөгөн, 24 июлдә, республикала урыны менән йәшенләп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22° юғары күтәрелмәй.
Кесаҙна, 25 июлдә, төндә аяҙлы-болотло. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр. Көндөҙ болотло була. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән көслө, йәшен, урыны менән боҙ-борсаҡ. Ел төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +14, +19°.
Йома, 26 июлдә, ямғыр, урыны менән ҡойма ямғыр, йәшен, боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал. Ел төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +14, +19°.