+24 °С
Ямғыр
Метеокүҙәтеүҙәр тарихында иң эҫе йәй тип, фаразлай синоптиктар. Йәйге осорҙа беҙҙең төбәктә һауа торошо +22 градус ғәҙәти хәл, тип иҫәпләнһә, артабан алдағы йәй +25, +27 градус эҫе булыуы көтөлә. Шулай уҡ, фараздар буйынса, максималь температура +35 градустан күтәрелә. Артыҡ эҫелек дауылдар, ямғырҙар, йәшендәр тыуҙырып, көслө циклондар барлыҡҡа килтерә.
Метеорологтар аңлатыуынса, 2024 йылдың йәйендә Эль-Ниньо кеүек тәбиғәт күренеше эҫелекте тыуҙыра. Тымыҡ океандың экваториаль өлөшөндә һыу температураһының үҙгәреүе шулай тип атала.
Сығанаҡ: Шоңҡар журналы