Ауыл халҡы күмәкләшеп кәңәшләшкәс, Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә яуҙарҙа һәләк булған яҡташтарының исемдәрен мәңгеләштерергә ҡарар итә. Бөйөк Ватан һуғышына алынған ауылдаштарының исемдәре генә түгел, шулай уҡ башҡа локаль бәрелештәрҙә, махсус хәрби операцияла башын һалған яугирҙәрҙең дә исем-шәрифтәре был таҡтаташта урын алған.
- Һеҙҙең барығыҙҙы ла күптән көтөп алған геройҙарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү сараһында күреүемә шатмын. Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы һәм һеҙҙең инициатива ярҙамы менән Мөҡсин ауылында тыуып үҫкән яугирҙәр иҫтәлегенә һәйкәл барлыҡҡа килде. Геройҙарҙы хөрмәт итеү, уларҙы мәңгелеккә иҫтә тотоу – ул бөгөнгө тормошобоҙҙоң иң әһәмиәтле билдәһе. Үҙ ғүмерҙәрен аямайынса илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән геройҙарҙың исеме онотолорға тейеш түгел, беҙҙән һуң уларҙы беҙҙең балалар хәтерҙә тоторға бурыслы. Һәйкәл булдырыу тураһындағы тәҡдимдең ауыл халҡынан килеүе ҡыуандыра. Мөҡсин ауылы халҡы берҙәм һәм үҙ геройҙарын онотмай, - тине үҙ сығышында Әлфир Фәрхәт улы һәм барыһына ла тыныс күк йөҙө, яугирҙәребеҙҙең тиҙерәк тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.
Был көндө махсус хәрби операция яугире Азат Абдрафиҡов, ауыл старостаһы Риф Мөхәмәтҡолов район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
- Ҡәҙерле ауылдаштарым, беҙ бөгөн һәйкәл асыу тантанаһына йыйылыу ҡыуанысын кисерәбеҙ. Был эштә әүҙем ярҙам күрһәтеүсе ауылдаштарыма – Бибиямал Әһлиуллинаға, Зинира Моратоваға, Зимфира Ғәлиеваға һәм башҡаларға рәхмәт белдерәм. Ғөмүмән, барлыҡ ауылдаштарыма ошондай йәмле клубыбыҙ һәм һәйкәлебеҙ өсөн рәхмәтлемен, - тине Риф Лотфулла улы.
Яуҙа һәләк булған яҡташтарҙы хәтергә алып, бер минутлыҡ тынлыҡ урынлаштырғас, һүҙ Бибиямал Әһлиуллинаға бирелде.
- Ошо һәйкәлде булдырыу ниәте менән беҙ Һәүәләй ауыл Советы хакимиәте башлығы Тимур Ғәләүетдиновҡа мөрәжәғәт иттек. Ул беҙҙең был тәҡдимде ихлас ҡабул итте һәм Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына индерергә кәңәш бирҙе. Район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров та беҙҙең был үтенесте хупланы. Тиҙ арала йыйылыштар үткәреп, эште башҡарып та ҡуйҙыҡ. Барлыҡ ауыл халҡы, хатта, ауылға йәй көнө генә ял итергә килеүсе баҡсасылар ҙа ихлас ҡушылды һәм финанс яҡтан ярҙам күрһәтте, - тине Бибиямал Миңлебай ҡыҙы һәм ауылдаштарына “Ҡыр ҡаҙҙары” шиғырын һөйләп ишеттерҙе.
Ҡыҙыл таҫмаларҙы киҫеп, һәйкәлде асҡас, унда сәскәләр һалынды. Ауылдаштар һәйкәлдә яҙылған исемлектә үҙҙәренең туғандарының исемшәрифтәрен күреп, күҙ йәштәренә ирек бирҙеләр.
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай. Һеҙ беҙҙең хәтерҙәрҙә мәңгегә йәшәйәсәкһегеҙ, батыр яугирҙәр!
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.