Тыл ветерандарының һәр береһе тураһында тарихи китап яҙырлыҡ. Нәҡ ошондай тимер холоҡло, оло йөрәкле, эшсән, Ватаныбыҙҙың ысын патриоттары Бөйөк Еңеүҙе яҡынлаштырҙылар ҙа инде.
Түбәнге Төкөндә тыуып үҫеп, әлеге көндә лә бында донъя көтөүсе 95 йәшлек Сәлимә Әлмөхәмәтованың бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Меңәрләгән тыл эшсәндәре кеүек ул да еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға ни бары 11 йәш кенә була.
- 1941 йылдың 22 июне әлегеләй хәтеремдә. Ул ваҡыттарҙа Иҙел буйында пароходтар күп йөрөй ине. Ҡыҙыҡ күреп, ауыл балалары менән күмәкләшеп гелән уларҙы күрергә бара торғайныҡ. Бер көнө шулай пароходтар ҡарап, көлөшә-көлөшә ауылға ҡайтһаҡ: “Һуғыш сыҡты, һуғыш! Гитлер һуғыш башлаған!” - тип ҡысҡыра-ҡысҡыра бөтә халыҡ урамға сыҡҡан, - тип иҫкә ала Сәлимә Бәдғетдин ҡыҙы ул ҡурҡыныс көндәрҙе.
Түбәнге Төкөн ауылында 4-се класты бөткәс, уҡыуын Күлләр мәктәбендә дауам итә. 8-9-сы кластарҙы Ғафури районының Еҙем-Ҡаран ауылы мәктәбендә уҡый. Атаһы йөрәк сиренән вафат булғас, әсәһе Хәлимә Әлмөхәмәтоваға һәм өс һеңлеһе, бер ҡустыһына оло терәк була. Улар бергәләшеп ауыр замандың бар михнәттәрен үҙ иңдәрендә күтәрә. Аслыҡтан ҡотҡарыр өсөн бер һеңлеһен интернатҡа ебәрергә мәжбүр булалар. Был ваҡиғаны ул ауыр кисерә.
- Ул замандарҙа балалар күмәк булды. Сит ауылда уҡыған саҡта бергәләшеп фатирҙа торҙоҡ. Уҡырға теләгем көслө булһа ла, 10-сы класҡа бара алманым, сөнки аслыҡ-яланғаслыҡ үҙәккә үткәйне. Хатта, ашарға үлән дә еткереп булманы. Йыуа һәм ризыҡҡа яраҡлы башҡа үлән эҙләп, Иҙел буйына хәтлем төшә инек. Ауылдың ир-егеттәре һуғышҡа китеп бөткәс, колхозға ла ярҙам итергә кәрәк. Инәйемдәр менән бергә утауға ла йөрөнөк, бесәнен дә йыйыштыҡ, бәләкәс туғандарыбыҙҙы ла ҡараштыҡ. Колхозда эшләмәгән эш ҡалманы инде. Һуғыш барһа ла, ас-яланғас булһаҡ та, үҙ күңелебеҙҙе үҙебеҙ күрергә тырышып, йырлаша-йырлаша эшләнек. “Һуғыш бөттө!” - тигән шатлыҡлы хәбәрҙе ишеткәс, урам буйлап флагтар күтәреп йөрөнөк, - тип хәтер ептәрен һүтә ул.
Һуғыштан һуңғы осор ҙа еңелдән булмай. Сәлимә Бәдғетдин ҡыҙы фермала иҫәпсе булып эшләгән саҡта, көн һайын үҙе ат егеп, 18-шәр феләк һөттө Ҡамышлының һөт пунктына ташый. Ҡоролоҡ йылдарында мал аҙығы етмәү сәбәпле, фермалағы һыйырҙарҙың күпләп үлеүенә лә шаһит була. Фермала эшләгән саҡта, почта ташыу эшен дә уға ышанып тапшыралар.
- Элек гәзит-журналдарға яҙылыусылар байтаҡ булды. Хаттар ҙа күп килә ине. Көн дә Ҡамышлынан ат егеп йәки йәйәүләп гәзит ташыйым. Бер көн генә ял эләгә ине, ә хәҙер аҙнаһына ике генә баралар, - ти тыл ветераны был турала.
Бер йыллыҡ курста агроном һөнәренә лә эйә була ул. Тормошҡа сыҡҡас, күп йылдар Иҫке Бәпес ауылында донъя көтә. Бында ул ауыл Советы хакимиәтендә секретарь, бухгалтер булып эшләй. Күпләп малын да аҫрай, баҡса ла үҫтерә, төрлө байрам кисәләрендә сығыш яһарға ла өлгөрә.
Ҡыҙғанысҡа, Сәлимә Әлмөхәмәтоваға бала ҡайғылары күрергә лә тура килә. Улы бәләкәй сағында уҡ мәрхүм булһа, Миннира ҡыҙы һәм кейәүе, ейәне, бер туған һеңлеләре һәм ҡустыһы иртәрәк донъя ҡуялар.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, ул кире тыуған ауылы Түбәнге Төкөн ауылына ҡайтып төпләнә. Әлеге көндә бер үҙе йәшәй. Нәнәйем тип өҙөлөп тороусы, Өфөлә йәшәгән берҙән-бер ейәне Рөстәм – уның оло терәге, ярҙамсыһы.
Тормоштоң асыһын-сөсөһөн етерлек татыған быуын вәкиле әле лә асыҡ зиһенле, күтәренке рухлы. “Китә ҡаҙҙар Донбассҡа, мин дә уйлап торам әле шул ҡаҙҙарҙан ҡалмаҫҡа”, - тип таҡмаҡтарын да әйтә йәш саҡтарҙа сәхнәләрҙә әүҙем сығыш яһаған Сәлимә Бәдғетдин ҡыҙы.
Өйөмә һыу үткәрергә ине, тип хыяллана Сәлимә инәй. Шулай уҡ ауылда социаль хеҙмәткәр булмауына ла зарланып ала.
- Һуғыш тиҙерәк тамамланһын, донъяларыбыҙ имен булһын! Балаларыбыҙ үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарында белем алһындар, хәҙер уның өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, - тигән изге теләктәр менән оҙатып ҡалды бөгөнгө тормош өсөн хафаланған тыл ветераны.
Сәлимә Әлмөхәмәтованың яҙмышы – бер ғаиләнең тарихы ғына түгел, ә ул замандарҙа йәшәүсе бар быуындың йылъяҙмаһы. Улар ҡулдарына ҡорал алмаһалар ҙа, көн-төн тип тормайынса, үҙҙәренең намыҫлы хеҙмәте менән Бөйөк Еңеү өсөн тос өлөш индергән. Тыныс тормош өсөн көрәшеүселәрҙең барыһына ла мәңгелек дан!
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.