Беҙҙең Үтәгән ауылы халҡы ла ошо акцияға әүҙем ҡушылып, күк шыршыларҙан яңы аллея булдырырға ниәт итте. Иртәнге сәғәттәрҙә мәсет ҡаршыһында барыбыҙ ҙа осраштыҡ. Ир-егеттәребеҙ ағастар ултыртыу өсөн соҡор ҡаҙа башланылар, ә ҡатын-ҡыҙҙар уларға үҫентеләрҙе ултыртырға ярҙам итте, биҙрәләр менән һыу ташып ҡойҙо. Яңы ғына ултыртылған ағастарҙы артабан тәрбиәләү темаһын да күтәрҙек ауылдаштар менән. Күмәкләшеп кәңәшләшкәс, сиратлап үҫентеләргә һыу һибергә һәм уларҙың төбөн йомшартып торорға ҡарар иттек.
Бына шулай итеп бер көн эсендә генә ауылыбыҙҙа күк шыршыларҙан яңы аллея хасил булды. Ағастарҙың барыһы ла тамыр йәйеп, Үтәгән еренә ерегеп китер, тип ышанабыҙ. Был аллея ата-бабаларҙың батырлығына, илһөйәрлегенә дан йырлап, киләсәк быуындарға үҙенсәлекле бер хәтирә булыр! #Победа80
Дилара ХОҘАЙҒОЛОВА,
Үтәгән ауылы старостаһы.