-13 °С
Болотло
Еңеү көнө алдынан үткәрелгән изге эшкә Иҫке Бәпес мәктәбе коллективы һәм уҡыусылары ла ихлас ҡушылды. Улар Еңеү паркы биләмәһен һәм һәйкәлде тәртипкә килтереү буйынса өмә үткәрҙе. Өмәселәр көрәк, тырма, сүп-сар өсөн ҡапсыҡтар тотоп, һәйкәл биләмәһен сүп-сар, ҡоро ботаҡтар һәм көҙгө япраҡтарҙан таҙартты, ҡоймаларҙы буятты.
Һәйкәлдәр - тереләр өсөн. Шуға ла беҙ уларҙы тәртиптә тоторға, ата-бабаларыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтарын бер ваҡытта ла оноторға тейеш түгелбеҙ. #Победа80
Зөлфирә Кинйәғолова