Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
3 Апрель 2025, 09:53

Миҙалдар тапшырылды

Быйылғы йыл илебеҙ өсөн әһәмиәтле. Ул рәсми рәүештә Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителде. Был батырлыҡтарға һәм Ватаныбыҙ тарихының данлы биттәренә, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.

Миҙалдар тапшырылды
Миҙалдар тапшырылды

Бөйөк Ватан һуғышы һәр ғаиләгә ҡағыла. Ул күптәрҙең балалығын һәм йәшлеген юғалта, яҙмыштарҙы үҙгәртә. Был һуғыш күптәрҙең ғүмерен өҙә, күптәрҙе улһыҙ, ирһеҙ, атайһыҙ ҡалдыра. Ул йылдарҙағы хәл-ваҡиғалар, илебеҙ өсөн ауыр ваҡыттар тураһында иҫтәлек һәр ғаиләлә һаҡлана һәм быуындан-быуынға күсеп килә.
Был иҫтәлекле йылда иҫән ҡалған фронтовиктарға һәм тыл уҙамандарына “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә 80 йыл” миҙалдары тапшырыла. Шайморатов ауыл биләмәһендә лә Еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индергән тыл уҙамандарына район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров һәм Шайморатов ауыл биләмәһе башлығы Илвир Моратшин миҙалдар тапшырҙы. Шулай уҡ иҫтәлекле бүләктәр ҙә бирелде. Бына улар - Әфҡәт Ниғмәтуллин, Әнисә Йәлилова, Дарья Боркова, Мария Савельева.
Тыл уҙамандары күп тарихи хәлдәрҙең шаһиты булып тора. Был ҡәһәрле йылдарҙың ҡыйынлыҡтары тураһында иҫтәлектәр әле лә йөрәктәрендә. Улар иңендә - күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәт һәм еңел булмаған тормош юлы. Уларҙың ғүмерендәге иң сағыу саҡтары ауыр йылдарға тура килә. Был кешеләр һуғыш йылдарының бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә күтәрә.
Беҙ Еңеүҙе яҡынайтҡан, уның өсөн ғүмерҙәрен йәлләмәгән һәр кем, шулай уҡ тыл хеҙмәтсәндәре менән ғорурланабыҙ, уларға оло рәхмәттәребеҙҙе әйтәбеҙ, сәләмәтлектә оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор: Миляуша Давлянова
Читайте нас