Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
27 Март 2025, 11:35

Аяҡ үрә алҡышланылар

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейына арнап районда ойошторолған “Бергә Еңеүгә” фестиваль-марафон сиктәрендә быуындар күсәгилешен һәм яҡты киләсәккә ынтылышта берҙәмлектең мөһимлеге символын сағылдырған эстафетаны Подлуб ауылы биләмәһе Ҡырмыҫҡалы ауылы биләмәһенә тапшырҙы.

Аяҡ үрә алҡышланылар
Аяҡ үрә алҡышланылар

- Был фестиваль 80 йыл элек Еңеүҙе яҡынлаштырыусы­ларҙың хөрмәтенә һәм иҫтәле­генә үткәрелә. Бөгөнгө көндә лә ир-егеттәребеҙ илебеҙ ты­ныслығы өсөн яуҙа көрәшәләр. Беҙ уларҙың тиҙерәк һәм еңеү менән имен-һау әйләнеп өмөт­ләнеп көтәбеҙ, - тип сәләмләне сарала ҡатнашыусыларҙы рай­он мәҙәниәт бүлеге начальнигы Виктория Мөхәмәҙиева.

- Ысынлап та, бөгөнгө сара ҡаһарман геройҙарыбыҙ иҫтә­легенә, ата-бабаларыбыҙ батыр­лығына бағышлана һәм быуын­дар берҙәмлеген кәүҙәләндерә. Был фестиваль беҙҙең бары­быҙҙы ла берләштерә һәм ҡа­сандыр Ватаныбыҙ һағында тороусы яугирҙәребеҙҙе, әлеге көндә махсус хәрби операци­яла ҡатнашыусыларҙы хәтер­ләтә. Беҙ – Еңеү вариҫтары, ҡаһармандарҙарҙы онотмайбыҙ һәм Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәтен нәҡ ошондай саралар аша үҫеп килгән быуынға тапшырабыҙ, - тине үҙенең сығышында Ҡырмыҫҡалы ауыл биләмәһе хаки­миәте башлығы Айрат Хоҙайҙа­тов.

Был көндө Подлуб һәм Ҡырмыҫҡалы ауыл биләмәләренең талант эйәләре илһөйәрлек рухы менән һуғарылған йәмле концерт программаһы күрһәт­те. Тамашасылар уларҙы аяҡ үрә алҡышланы.

- Шундай йәмле концерт өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт, - тигән һүҙҙәренә ҡушып, та­маша һуңында Подлуб ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наил Ҡадиров күсмә штандарт­ты Ҡырмыҫҡалы ауыл биләмәһе башлығы Айрат Хоҙайҙатовҡа тапшырҙы.   

Автор: Розалия Назарова
Читайте нас